Мәктәптә- башҡорт теле аҙналығы.
Декабрь 14, 2023
Просмотров: 28
14 декабрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө билдәләнә.
Был көнгә арналған Иҫке Бәшир ауылында Советтар Союзы Геройы Ғабдрахман Хәким улы Латыпов исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы уҙҙы.Кластар араһында шиғыр оҫталары көс һынашты. “Әсә теле бер булыр” тигән темаға балалар башҡортса тасуири итеп яттан яратҡан шиғырҙарын һөйләнеләр. 9 класс уҡыусылары араһында «Аҡыллыл һәм башлылар» тигән интеллектуаль уйын үткәрелде. Төрлө һорауҙарға яуап бирергә тырыштылар. Бөтә кластарҙа ла «Республикабыҙҙы беләһеңме?» темаһына берҙәм дәрес үтте.Аҙналыҡ бик күңелле үтте,эш планы буйынса һәр класс ныҡлы әҙерләнде.Был аҙна балаларға бик тә оҡшаны
Миңһылыу Исҡужина башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы